Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бөгөн Ураҙа ғәйете


Ошо уңайҙан республика мосолмандарын ураҙа байрамы менән тәбрикләҙe.

Башҡортостанда мәсет, сиркәү, синагогалар төҙөлә, дини уҡыу йорттары эшләй, Башҡортостан халыҡтарының рухи байлыҡтарын сағылдырған газета, журнал һәм китаптар баҫыла. Республика президенты, ислам һәм башҡа төп дини конфессияларҙың изге йолалары илдә тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығытыуға артабан да тос өлөш индерер, тип ышана.

Рамаҙан айы тамамланыу менән Башҡортостан халҡын Әзербайжан президенты Илһам Әлиев та ҡотлаған. Ҡарасәй-Черкес республикаһы президенты Борис Эбзеев ҡотлауында билдәләнеүенсә, выждан ирке принциптарын эҙмә-эҙлекле үтәү генә граждандар йәмғиәтен төҙөргә ярҙам итәсәк.

Республика президентын ураҙа байрамы менән Оман Солтанаты ла ҡотланы. Ошондай уҡ телеграммалар Ингуш республикаһы президенты Морат Зязиков, Чечен республикаһы президеныт Рамзан Ҡадыровтан да килгән. Ураҙа ғәйете уңайынан республикала 29-сы, 30-сы сентябрь ял көндәре тип иғлан ителгән.

Республика мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт билдәләүенсә, Рамаҙан – ул үҙ-үҙеңде рухи тәрбиәләү, шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлек айы. Быуаттар буйы Ураҙа байрамы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылыштарын сағылдыра.

XS
SM
MD
LG