Accessibility links

Кайнар хәбәр

Урындағы үҙидаралыҡтарға депуттаттар һайланды


Республикала урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депуттаттар һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте. Тәүге һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, һайлауҙарҙа 1 миллион 445 мең 399 кеше, йәғни тауыш биреүселәрҙең 92 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре бөгөн республика үҙәк һайлау комиссияһында иғлан ителде. Республикала барлығы 2 мең 802 һайлау участкаһы эшләне, һайлау комиссияларында төрлө сәйәси фирҡәләр вәкилдәре лә урын алды.

Территориаль һайлау комиссияларында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән 957, коммунистар парияһынан 94 һәм либераль-демократтарҙан 32 вәкил теркәлгән. Бынан тыш, үҙ-үҙен 934 кеше күрһәткән. Республикала иң юғары күрһәткес Шаран районында. Бында тауыш биреүгә хоҡуҡлы халыҡтың 99 бөтөн йөҙҙән 75 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау менән берлектә ҡайһы бер төбәктәрҙә ауыл биләмәләрен берләштереү буйынса референдум үткәрелде. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә тауыш биреү уҙғарылған 261 берәмектең 257-һендә халыҡ референдум һорауҙарына ыңғай яуап биргән.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәүфәл Йәнбухтин әйтеүенсә, 965 һайлау округының береһендә генә һайлау ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танылған. Йылайыр муниципаль районында депутат һайланмаған.Үҙәк һайлау комиссияһында билдәләүҙәренсә, республикала тауыш биреү барышында ҡанун боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.


XS
SM
MD
LG