Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ашлыҡҡа хаҡтың үтә арзан булыуына ризаһыҙлыҡ белдерелә


Башагропродукт йәмғиәте кредит ҡаплау өөсөн ашлыҡҡа хаҡтарҙы билдәләгән.

Республика хөкүмәте тарафынан Башҡортостан ҡаҙнаһынан 400 милилон процентһыҙ кредит бүленгәйне. Уның 230 милилоны сәсеүгә, 170 миллионы уңыш йыйыуға тотонолған. Кредиттар 15-се ноябргә тиклем ҡапланырға тейеш.

Ашлыҡ хаҡтарына килгәндә, 3-сө сортлы бойҙайҙың тоннаһы 5 мең ярым, 4-се класлыһы 5 мең һумдан билдәләнгән. А класлы арыш 3 мең 600, Б төркөмлөһө 3 мең һум.

Арпаның тоннаһы ла шул уҡ кимәлдә, көнбағыш 9 мең, һоло 2 мең һумдан баһалана. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Артур Ноғоманов бындай көлкө хаҡтар менән беҙ бер бөртөк игенде лә һатмайбыҙ, хаҡтарҙың артыуын көтәбеҙ тине.

XS
SM
MD
LG