Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ни өсөн өс ай ҙа хеҙмәт итмәгән һалдат һуғышҡа ебәрелгән?


Көнъяк Осетия һәм Грузия араһындағы хәрби конфликта һәләк булған Башҡортостан егете Венер Шәһимәрҙәновтың улы тыуҙы.

Уға Тимерйән тип исем ҡуштылар. Республика президенты указына ярашлы ошо көндәрҙә мәрхүмдең яҡындарына 500 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелде, шулай уҡ район хакимиәте Шаһимәрҙәновтар ғаиләһенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам итәсәк.

Венер Шәһимәрҙәнов улы тыуасағын белгәс тә ошо боронғо исемде ҡушырға тәҡдим итә. Атай кешенең хыялы тормошҡа ашты, әммә ул ошо бәхетле мәлдәрҙе яҡындары менән бергә ҡаршылай алманы. Ғаилә башлығының ғүмере ай ярым элек Көнъяҡ Осетияла хәрби бурысын үтәгәндә өҙөлдө. Илнур Вафин Венерҙың хеҙмәтәше. Рәсәй етәкселеге әйтеүенсә, ғәйеплеләр үҙ язаһын аласаҡ, әммә бер ниндәй хөкөм дә ошо мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта һәләк булыусыларҙың ғүмерен кире ҡайтара алмай.

Башҡорт егете ҡанлы бәрелештең үҙәгенә эләгә. Ни өсөн өс ай ҙа хеҙмәт итмәгән йәш һалдат һуғышҡа ебәрелгән, был һорау әлегә асыҡ ҡала. Венер Шәһимәрҙәнов хеҙмәттәштәре менән хәрби бәрелештәр башланған 8 августта уҡ грузиндар һөжүме аҫтында ҡала. Ауыр йәрәхәттәр менән ул бернисә көн дауаханала реанимацияла ятты ти уның апаһы. Ә өс аҙнанан һуң Венерҙың улы донъяға килә, кескәй Тимерйән атаһына оҡшаған, ти йәш әсә. Беҙ ике йылдан ашыу осрашып йөрөнөк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш ай ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ, тип бәхетле мәлдәрен хәтерләй Лилиә Шәһимәрҙәнова.

Венер тыуған ауылы Яйҡарҙа ерләнгән. Ошо көндәрҙә мәрхүмдең туғандарына Республика Президенты указына ярашлы 500 мең күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк, ә Әбйәлил районы хакимиәте вәкиле Лениза Сәғәҙиева әйтеүенсә, Шәһимәрҙәновтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам итергә ниәтләй.
XS
SM
MD
LG