Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика етәкселеге төп дини конфессиялар эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә саҡыра


Бөгөн Өфөлә “Волга Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы” тип аталған халыҡара симпозиум асылды.

Унда Рәсәй, Төркиә, Һиндостан, Ҡытай, Мысырҙан килгән дин әһелдәре, ғалимдар исламға ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, исламдың ижтимағи-мәҙәни әһәмиәте, мосолман диненең үҙенсәлектәре тураһында һүҙ алып бара. Тантана “Ләлә” мәсетендә үткәрелә.

Илдә милләт һәм конфессияара татыулыҡты нығытыу, халыҡты радикаль ҡарашлы фанатиктар һәм төрлө диструктив секталар йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыуҙа ислам диненең дә өлөшө ҙур. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, мосолмандар илдең ҡеүәтен арттырыуға ҙур өлөшө индерә. Выждан азатлығы төшөнсәләре рәсәйҙә тулыһынса тормошҡа ашырыла.

Был ил мосолмандарының эшмәкәрлегендә асыҡ сағыла, ти конференцияға саҡырылған сит ил ҡунаҡтары. Төркиә илселегенең дин эштәре атташеһы Бекир Герек әфәнде әйтеүенсә ислам дине Рәсәйҙә ныҡлы үҫеш юлында. Башҡортостанда төп дини конфессияларға, халыҡҡа рухи иғтыяждарын кәнәғәтләндереүгә тейешле шарттар тыуҙырыу йәһәтенән республика етәкселеге яғынан киләсәктә лә даими ярҙам күрһәтеләсәк.

Хөкүмәт премьер-министры был турала республиканың дини үҙәктәре етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Осрашыуҙа халыҡты рухи-әхләки тәрбиәләүҙә төп дини конфессиялар эшмәкәрлеген әүҙемләштереү кәрәклеге билдәләнде.

XS
SM
MD
LG