Әлегә Сибай башлығы вазифа0ын ваҡытлыса Фәһим Айҙарбәков башҡара. Ул быға тиклем Сибай элеваторының генераль директоры булып эшләне. Айҙар Халиҡовты алыуға арналған ултырышта премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты. Шура ултырышында сығыш яһаусылар Айҙар Халиҡовтың насар етәксе булыуын белдерҙе. Сибайҙа республиканың башҡа муниципаль берәмектәре менән сағыштырғанда туғыҙ айлыҡ иҡтисад күрһәткестәре бик түбән тине улар.
Әлбиттә ширҡәттәрҙең килемһеҙ эшләүендә финанс көрсөктөң дә йоғонтоһо бар. Мәғдән сығарыу һәм уны эшкәртеүсе Сибай баҡыр-көкөрт комбинаты өсөн баҡырға хаҡтың саманан тыш төшөүе арҡаһында кире йоғонто яһаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан көньяҡ Урал төбәге потенциалы Сибайҙа тулы ҡеүәттә файҙаланылмай. Һуңғы йылдарҙа ҡалала яңы ширҡәттәр асылмаған. Балалар аҙығы етештереүсе комбинат үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса ҡулланмай, шулай уҡ урындағы ит комбинаты бөлгөнлөккә төшкән. Сибайҙа инженер-коммуникация селтәрҙәренең 70 процентының ҡулланылыу ваҡыты уҙған.