Accessibility links

Кайнар хәбәр

Донъя финанс көрсөгө Рәсәй төбәктәренә лә килеп етте


Был тәү сиратта сауҙала сағылыш таба.

Күп кенә кибеттәрҙә тауарҙарҙың төрлөлөгө ярлылана. Ауыл хужалығы министрлығының сауҙа баҙарын үҫтереү һәм тармаҡ берлектәре менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Валерий Белов әйтеүенсә, Башҡортостанда ваҡиғаларҙың үҙгәреп китеүенән шикләнеп мониторинг алып барыла. Сөнки сауҙа ширҡәттәре кредиттар менән эшләй.

Килеп тыуған финанс көрсөк арҡаһында банктар кредитты йәки бөтөнләй бирмәй, йәки процент ставкаларын күтәрә. Был иһә үҙ сиратында аҙыҡ-түлек һәм етештереү сәнәғәтенә лә йоғонто яһай. Икенсе яҡтан белгестәр бындай хәл урындағы етештереүселәрҙә хәүеф тыуҙырмаҫҡа тейеш тигән фекерҙә. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатыуға сығарыу өсөн юл асыла. Ә республика аҙыҡ-түлек менән үҙ-үҙен тулыһынса тәьмин итә ала тип билдәләй ауыл хужалығы министрлығы белгестәре.
XS
SM
MD
LG