Accessibility links

Кайнар хәбәр

Юлдар ҡәнәғәтләнерлек түгел


Республика премьер-министры юлдарҙың торошо менән ҡәнәғәт түгел.

Раил Сарбаев бер кемгә лә әйтеп тормай Өфө, Кушнаренко, Шишмә райондарында юлдар торошон тикшергән һәм Өфөгә терәлеп тиерлек ятҡан райондарҙа юлдар файҙаланыу һәм уларҙың торошона ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләгән.

Кушнаренко һәм Шишмә райондарын тоташтырған Иҫке Ғүмәр – Арыҫлан ауылдары араһындағы юл ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел, уға 9 километр оҙонлоғонда ҡом ғына түшәлгән. Бында төҙөкләндереү эштәре 10 йыл дауамында алып барыла икән. Премьер министрҙың был сәфәренән һуң ғына етәкселәр тейешле саралар күрә башлаған.
XS
SM
MD
LG