Башҡорт дәүләт университетында уҡыған Бөрйән һәм Белорет ҡыҙҙары ҡайһы бер фараздарға ҡарағанда кибеткә икмәк алырға сыҡҡан. Шунлыҡтан улар ишектәрен дә бикләмәй киткән.
18 йәшлек Эльза Хәмзина менән 19 йәшлек Лилиә Хөснөтдинованың кәүҙәләрен үтеп барыусылар башҡаланың мосолмандар зыяраты янында таба. Шунда уҡ килеп еткән милиция хеҙмәткәрҙәре енәйәттең шул тиклем ҡаты башҡарылыуын күрә. Ҡорбандарҙың береһенең тәнендә бысаҡ сәнскән урындар табыла.
Республика буйынса эске эштәр министрлығы вәкиле Руслан шәрәфетдинов әйтеүенсә, был факт буйынса әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр фаразлауынса, енәйәт бер нисә кеше тарафынан башҡарылған. Уның шулай уҡ ритуаль үлтереү булыуы ла ихтимал. Сөнки ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса тап мосолман зыяратында ҡайһы бер секта вәкилдәре йыйыла. Быларҙың барыһында хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына тикшереү бурысы тора.