Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге әүҙемләшәсәк


Был хаҡта премьер министр Раил Сарбаев белдерҙе.

Уҙған йыл инвесторҙар Башҡортостанға 148 миллиард һум аҡса һалған. Был 2006-сы йыл күрһәткесенән 20 процентҡа күберәк. Финанс көрсөк сәбәпле республика иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләменең кәмеүе көтөлмәй, киреһенсә, йыл аҙағына ул 156 миллиард һумға етер, тип күҙаллана. Әле республикала дөйөм күләме 524 миллиард һумлыҡ 70 эре инвестиция проекты бойомға ашырыла. Унан тыш, муниципалитеттар кимәлендә 83 миллиард һумлыҡ тағы ла 636 проект өҫтөндә эш бара.

Инвестицияларҙың байтаҡ өлөшө эшкәртеү, транспорт һәм элемтә сәнәғәтенә, ҡаҙылма байлыҡтар табыуға, күсемһеҙ милек менән операцияларға һәм төрлө көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеүгә йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев урындарҙа инвестиция мөмкинлектәренең тулы ҡеүәтенә файҙаланылмауын билдәләне.

Раил Сарбаев инвестиция проекттарын бойомға ашырғанда административ кәртәләр ҡуйылыуын айырым билдәләне. Шунлыҡтан уны сикләүгә йүнәлтелгән республиканың “административ регламент хаҡындағы” ҡанун проектын әҙерләүҙе тиҙләтеү кәрәклеге әйтелде. Яңы ҡанун чиновниктарҙың яуаплылығын күтәрергә һәм документтар әйләнеше ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирер, тип көтөлә.
XS
SM
MD
LG