Accessibility links

Кайнар хәбәр

Финанс көрсөк республика сағылышында


Башҡортостан властәре эшҡыуарҙарға ҡуртымына бирелгән майҙандарҙы һатып алыуҙы кредитлауға әҙерлеген белдерә.

Муниципаль милек иҫәбендәге күсмәй торған мөлкәтте һатып алырға хоҡуғы булған йүнселдәргә финанс ярҙам күрһәтеү республика хөкүмәте билдәләгән банктар аша башҡарыласаҡ. Премьер-министр Раил Сарбаев Мәскәүҙә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса ил хөкүмәте комиссияһы сығыш яһап ошо турала белдерҙе. Милек һатып алыуға ҡаҙнала айырым сығымдар ҡаралған. Уның күләме бер миллиард һум тирәһе. Төбәк тарафынан эшҡыуарҙарға күрһәтеләсәк ярҙамға килгәндә, эшҡыуарҙар алған кредиттарға өҫтәмә өсөн айырым субсидиялар бүленәсәк.

Финанс көрсөк Башҡортостанды урап үтә тип ни тиклем генә сурытһаҡ та асылда эштәр киҫкен тора. Башҡортостан ширңәттәрендә лә ҡыҫҡартыуҙар, түләүһеҙ ялға ебәреүҙәр башланды. Был хәлдән Өфө приборҙар эшләү ширҡәте лә ситтә ҡалманы. Йәмғиәт авиация өсөн кәрәк-яраҡтар эшләүҙән тыш Ағиҙел тип аталған ҡырынғыста ҙа сығара. Был цехта 600 кеше, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.

Ширҡәт етәкселеге оҙаҡламай электр ҡырынғыстар етештереү бөтөрөлә, цех ябыла, унда эшләүселәр ҡыҫҡартыласаҡ тип белдергән. Был турала приборҙар эшләү ширҡәтенең профсоюздар башлығы Андрей Колыбанов хәбәр итә. Ҡыҫҡартыуға дусар ҡатын-ҡыҙҙар ширҡәт етәксеһенең бүлмәһенә лә барған, әммә файҙаһы теймәгән. Уларҙың кәбеһе ғаиләле, яңғыҙы бала тәрбиләгәндәре лә байтаҡ.

XS
SM
MD
LG