Уның шиғырҙары буйынса яҙылған “Тыуған ил”, “Уралым”, “Томбойоҡ бүләк итмә” кеүек музыкаль әҫәрҙәр башҡорт классикаһының аҫыл өлгөләренә әйләнгән. Шиғыр һәм йыр уның ике ҡанаты ине. Замандаштары Яҡуп Ҡолмай хаҡында шулай ти. Яҡуп Хәйрулла улы Килмөхәмәтов, йәмәғәтселеккә ул башлыса Яҡуп Ҡолмой исеме аша таныш, 1918-се йылда Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында доньяға килә. Уның тормош юлы ул йылдарҙың байтаҡ шағирҙарына хас.
Мәктәпте тамамлағандан һуң педагогик техникумда уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡаты яралана. Һуғыштан һуң, республиканың үҙәк матбуғат баҫмаларында, Башҡортостан радиоһында эшләй. Шиғриәт доньяһына Яҡуп Ҡолмой иртә килә. Уның тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936-сы йылдарҙа уҡ донья күрә. Һуғыш алдынан беренсе китабы сыға.
Барлығы инде Яҡуп Ҡолмой 20-нән ашыу китап авторы. Тыуған яғы, ҡаһарманлыҡ, хеҙмәт һәм мөхәббәт хаҡында яҙған шағирҙың шиғырҙары композиторҙар иғтибарын да йәлеп итә. Уның әҫәрҙәре буйынса 100-ҙән ашыу йыр яҙыла.