Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөгә ҡурайсылар йыйылды


Бының өсөн сәбәп бик етди ине. Ҡурайсы, йыраусы һәм композитор Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 80 йыл.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дүрт меңгә яҡын ҡурайсы үҙ мөғәллимен бына шулай иҫкә алды.

Айҙар Рәхимғәлин иң йәш бәйгесе. Тәү тапҡыр ул дүрт йәшендә ҡурайҙы ҡулына лаған. Конкурста Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләре һәм күрше Татарстандан 120 солист һәм 30 ансамбль үҙ-ара көс һынашты. Жюри рәйесе Азат Айытҡолов әйтеүенсә, ҡурай сәнғәте әле ҙур үҫеш осоро кисерә. Өурайсыларґы берләщтереү, милли музыка өоралыныү абруйын арттырыу, уйнау үґенсәлектәрен киләсәк быуынға еткереү маөсатында ойошторолған сара был өлкәләге эшмәкәрлекте тағы ла әүҙемләштерә.

Һуңғы йылдарҙа ҡурайсылар бәйгеләре күбәйҙе. Был иһә башҡарыусыларға ла етди талаптар ҡуя. Ҡурайсылар үҙенсәлекле башҡарыу алымдарын үҙләштерә, ансамблдәр иһә сығыштарын башҡа музыка ҡоралдары менән байыта. Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин бын күренеште тик хуплай ғына.

Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге бәйге тамам. Киләһе конкурс тик 2013-сө йылда ғына уҙасаҡ. Унда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ошо осорға тиклем ҡурай яңғырашының тағы ла яңы мөмкинлектәрен асырға һәм уны киләһе бәйгеләрҙә крһәтергә кәрәк.

XS
SM
MD
LG