Мәхкәмә приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан йыл башынан 200-ҙән кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар алимент түләүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнә.
Быйыл 1-се февралдән енәйәт-процессуаль ҡануниәтенә ҡайһы бер үҙәгершәр керетелгәйне. Уға ярашлы алимент түләүҙән һәм кредиттар өсөн иҫәпләшеүҙән баш тартыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мәхкәмә приставтарына тапшырылды.
Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса хөкөм ҡарарҙары сығарыу инспекцияһы етәксеһе Рәйлә Хоҙайбирҙина әйтеүенсә, төбәктә алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән 12 кеше хөкөмгә тарттырылған, уларҙың икәүһе холоҡ төҙәтеү колонияларына ябылған. Уларҙың береһенең бәлиғ булмаған ҡыҙына бурысы 60 мең һумдан ашып киткән.