Бөтә донья башҡорттарының Ишембайҙа үткән күсмә кәңәшмәһендә ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Әҡсән Мөхәмәтҡолов егерменсе быуат башында Башҡорт автономияһын ойоштороу өсөн күп көс һалыусыларҙың береһе. Уның тыуған ауылы Маҡарҙа әлеге ваҡытта музей эшләп килә. Маҡар мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллина әйтеүенсә, билдәле яҡташтарының исемен мәңгеләштереү ауыл өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенә билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әҡсән Мөхәмәтҡолов исеме биреләсәк.