Accessibility links

Башҡортостан параменты ил президентына фатиха бирә


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 16-сы декабрҙәге ултырышында ҡараласаҡ ҡанун проекттары араһында ил президентының вәкәләттәр мөҙҙәтен 4 йылдан 6 йылға тиклем оҙайтыу тураһындағы закон да бар.

Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин әйтеүенсә, ҡанун тулыһынса ғәмәлгә инһен өсөн ил төбәктәренең 3-тән ике өлөшө уны хупларға тейеш. Шуға күрә ҡанун парламент ултырышының көн тәртибенә сығарыла.
Зөфәр Сафин әйтеүенсә, документтар араһында иреккә сығарылғандарҙы социаль яҡлауға ҡағылышлы ҡанун да бар.

Был закон 10 йылдан ашыу элек ҡабул ителгән, хәҙер ул иҫкергән. Быйыл иреккә сығыусыларҙың 126-һының туғандары ла, йәшәргә урындары ла юҡ. Йәғни, улар сығыу менән автоматик рәүештә асарбаҡҡа әйләнә. Ҡанун проекты ошо категорияға ҡарағандарға үҙаллы тормошта ярҙам сараларына ҡайтып ҡала.

XS
SM
MD
LG