Accessibility links

Крәҫтиәнде яҡлау буйынса төрлө ысулдар эҙләйҙәр


Республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәй, финанс көрсөк уларға елле генә зыян килтерә.

Аҡса арзанайыуы арҡаһында пенсионер әбей- бабайҙар араһында хәйерселек артыуы ла ихтимал. Премьер-министр Раил Сарбаев ауыл халҡы ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ тип белдерә. Ул трактор өсөн аҡса биреүҙән тыш ауыл халҡынан итен-майын, башҡаһын да алып ҡалаларҙа һатыуҙы ойошторасаҡбыҙ тине.

Әле бындай тәжрибәгә беренсе булып Колхоз баҙары тотондо. Уның директоры, тыумышы менән ауыл егете Айрат сөләймәнов үҙ биләмәләрендә әбейҙәргә һатыу өсөн урындар бирә. Әбейҙәр йәшелсәләрен тышта һыуыҡта түгел, баҙар эсендә һата. Табышлы түгел, шулай ҙа ярҙам кәрәккәс эшләйбеҙ, табышты башҡа кибеттәрҙә алабыҙ, ти ул.

XS
SM
MD
LG