Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙың ҡышҡы сессияһы тамамланғас Татьяна көнөн шулай билдәләнеләр. Университет ректоры Мөхәмәт Харрасов яҡшы билдә алған студенттарҙы башҡорттоң милли эсемлеге менән һыйлай. Был йола Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан килә. Әммә унда студенттарҙы ҡымыҙ урынына бал менән һыйлау ҡаралған.
Ғөмүмән, республикала эскеселек менән көрәштә төрлө алымдар ҡарала. Бал урынына ҡымыҙҙан тыш Урал аръяғы райондарында хәҙер туйҙарҙы иҫерткестәрһеҙ үткәреү ҙә модаға инә бара.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге делегацияһы Мәскәүгә юлланды. Башҡалала улар ватандаштар йәмғиәте-сәләмәт тормош алып барыу тип атлған күргәҙмәлә ҡатнаша.
Башҡортостан вәкилдәре Дюртөйлө һәм Әбйәлил райондары өлгөһөндә эш алымдарын күрһәтә. Быларҙан тыш ике документаль фильм да алып барыла. Уларҙың береһе ғәиләгә социаль ярҙам йылына арнала, икенсеһендә Әбйәлил районында алкоголле эсемлектәрһеҙ туй күрһәтелә.
Элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүсат исемле башҡорт ауылында мулла ғаиләһендә доньяға килгән мәғрифәтсе-ғалим, яҙыусы Ризаитдин Фәхретдиндың тыуыуына 150 йыл тула Был шәмбе Татарстандың Әлмәт районы Кисеүсат ауылында арҙаҡлы шәхестең юбилейына арналған саралар уҙғарыла. Унда башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша.
Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәге белгесе Миңлеғәле Нәҙерғолов әйтеүенсә, апрель айында Диниә Назараты һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә менән берлектә мәғрифәтсенең ижади эшмәкәрлегенә арналған ҙур ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Бынан тыш Башҡортостанда ризаитдин Фәхретдиндың ҡулъяҙмалары араһынан һайланма әҫәрҙәре лә баҫыла.