Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда янғындар һаны кәмемәй


Ғинуарҙа һәм февралдең 4 көнөндә уларҙың һаны 418-гә етте. Утта 57 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Бөгөн төндә Белорет районы Ғәбдөк ауылында ла бер йорт янып юҡҡа сыҡты. Ауыл халҡы йыйылып килеп өйҙөң янып бөткәнен ҡарап торорға мәжбүр булды, шулай ҙа дөйөм тырышлыҡ менән һарай- мунса кеүек ҡуралар һаҡлап ҡалынды. Ғәбдөк Белореттағы иң ситкел төпкөл ауыл, урындарҙа янғын һүндереү хеҙмәттәре ойоштороу тураһында күп һөйләнһә лә, ауылда ундай мөхжизә булғаны юҡ. Янғын сыҡҡанда халыҡ йыйылып ут менән көрәшергә мәжбүр.
XS
SM
MD
LG