Ошо көндәрҙә Мәләүез ҡарттар йортонда ла янғын хәүефһеҙлеге тикшерелә. Бында әлеге ваҡытта 40 кеше йәшәй. Ун биш йыл элек төҙөлгән ике ҡатлы бинала йыл һайын әҙерәк төҙөкләндерелә, әммә, быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Күптән түгел бында район хакимиәтендә төҙөлгән махсус комиссия финанс етмәү арҡаһында туҡталып торған ремонтты яңынан башларға ҡушҡан.
Комиҙың Подъелск ауылындағы ҡарттар йортонда янғын сығып унда йәшәгән 23 кеш һәләк булғандан һуң, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ошондай интернаттар, социаль приюттар тикшерелә башланы.