Пособиены арттырыу эшһеҙҙәр һаны артыуға килтергән. Баҡтиһәң, элек иҫәпкә тормағандар ҙа хәҙер эшһеҙ икәнен рәсми теркәй башлаған. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2008-се йыл аҙағында республикала 26 мең эшһеҙ рәсми иҫәптә торһа, пособие артыу менән улар бер-ике айҙа 37 меңгә еткән. Йәғни эшһеҙҙәрҙең күбәйеүен хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр менән бәйләргә ярамай. Мәҫәлән, әле байтаҡ ширҡәттәр хеҙмәткәрҙәр йыя. Әйтәйек Нефтекама милицияһында 26 эш урыны бар.
Мәғлүмәт өсөн. 2009-сы йылдың 1 се ғинуарынан эшһеҙлек буйынса пособие күләме 4 мең 900 һумға тиклем арттырылды. Республикала Урал коэффициентиы менән бергә ул 5 мең 635 һумға барып баҫа.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһыбер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, республикала эш урындары тәҡдим иткән ширҡәттәр һаны кәмей бара. Өфөлә һәр кесаҙна вакансиялар йәрминкәһе үтә. Был юлы унда бары 9 эш биреүсе генә ҡатнашты.
Быйыл республикала Агроснәғәт комплексын кадрҙар тәьмин итеүҙә яңырыштар бар. Әлеге ваҡытта Башҡортостан парламентында юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса ҡанун проекты ҡарала. Унда вуз бөткән студенттарға 100 мең һумлыҡ ярҙам аҡсаһы һәм ауыл хужалығында билдәле бер ваҡытҡа тиклем эшләгәне өсөн ҡаҙна иҫәбенән 5 меңдән 10 меңгә тиклем эш хаҡы түләү нығытыла.
Ауыл хужалығына белгестәр йәлеп итеүҙең бындай ысулы әлбиттә йәш кеше өсөн отошло күренә. Шулай ҙа йәштәр араһында әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң тип Өфө урамында йырлап йөрөүҙе хуп күрәләр.