Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының ҡоролтайе үтәсәк


Уның эшендә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы шураһы етәксеһе Рамазан Абдулатипов та ҡатнашасағын белдерҙе.

Урындағы милли ойошмалар ассоциацияһы яҡшы эшләй, әммә тулыраҡ һәм төплөрәк итеп уларҙың эшмәкәрлеген ҡоролтайҙан һуң баһалаясаҡмын, тип яуапланы ул “Азатлыҡ” радиоһы хәбәрсеһенә.

Башҡортостандағы милли һәм ижтимағи ойошмалар ҙа үҙ эштәренең яҡшы барыуын белдерә. Милләттәргә үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр уңай. Күп телдәрҙә матбуғат баҫыла, мәктәптәрҙә милли телдәр уҡытыла. Тик ил буйынса был мәсьәлә асыҡ ҡала.

Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы 3 йыл буйына милли темаға ҡағылышлы бер ҡанун өҫтөндә лә эшләмәгән. Башҡортостандың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Ситдыҡова бындай ҡараштың киләсәк өсөн хәүефле булыуы ла ихтимал тигән фекерҙә.
XS
SM
MD
LG