Өфөнөң мәктәпкәсә балалар учреждениеларында түләүҙәр артты. Аҙыҡ-түлеккә, электр энергияһына хаҡтар артыуына һылтанып ҡала шураһы ошолай ҡарар иткән Шулай ҙа Өфө властәре ата-әсәләр баҡсаға йөрөгән сабыйға киткән сығымдарҙың ни бары 20 процентын ғына түләй, ҡалғаны ҡала ҡаҙнаһынан тотонола тип белдерә.
Яртылаш ташламаға 3 һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балаһы булғандар ҡарай. Баҡсала тәрбиәсе йәки сабый бағыусы булып эшләгәндәргә һәм йәшәү минимумынан аҙыраҡ аҡса алғандар ҙа ярты хаҡын түләйәсәктәр. Сәләмәтлектәре сикләнгән һәм туберкулез менән сирләгән балалар бушлай тәрбиәләнәсәк