Март баштарында 5-се дауахана башынан боҙ төшөп үтеп барған ханым вафат булғайны. Прокуратура фажиғә сәбәптәрен тикшергәндән һуң ғәйепле тип дауахананы билдәләгән. Уның баш табибына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Өфөлә ҡыйыҡ башынан боҙ төшөп бер ҡатындың һәләк булыуы тураһында инде хәбәр иткәйнек.