Accessibility links

Кайнар хәбәр

Юл йөрөү өсөн социаль билеттар ҡиммәтләнде


Көлкө көнөн Башҡортостанда ветерандар ике төрлө тойғо менән көтә. Уларға ил буйынса кеүек үк хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшөн 17 ярым процентҡа арттырыуға вәғәҙә иттеләр.

Хәҙер уртаса алғанда хеҙмәт пенсияһы 396, ә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы 413 һумға арта.

Бының өсөн өҫтәлмә рәүештә 400 миллион һум талап ителә. Башҡортостанда айлыҡ түләүҙәр өсөн 5 миллиард 600 миллион һум тотонола.

Көлкө көнөнөң көлкөһөҙ яғы - 1-се апрелдән Башҡортостанда берҙәм социаль билеттар хаҡы артасаҡ. Әлегә ул 200 һум, апрелдән 250-гә әйләнә.

XS
SM
MD
LG