Килешеүгә ярашлы “Система” финанс корпорацияһына “Башнефт”тең устав капиталының 76 проценттан ашыуы, “Өфөнефтехим” ширҡәтенең 66 самаһы, “Новойл”дың 82, “Өфөоргсинтез” йәмғитәнең 73, Өфө нефть эшкәртеү ширҡәтенең 78 һәм “Башкирнефтепродукт”тың 73 процент устав капиталдары күсте.
Республика етәкселеге, был килешеү финанс көрсөк шарттарында иҡтисади йәһәттән отошло күренә тип белдерә. “Система” корпорацияһы республика яғыулыҡ-энергетика ширҡәттәренең акцияларын һатып алыу менән бергә социаль программалараҙа ла ҡатнашырға вәғәҙәләгән.
Башҡортостандың былтырғы төп ғорурлығы, быйылғы уңышһыҙлығы Салауат Юлаевты ла әлегә яҡыулыҡ ширҡәттәре финанслай. “Система” корпорацияһы Өфө хоккейһыҙ ҡалмаясаҡ тип вәғәҙәләй. Леонид Меламед беҙ Башҡортостан яҡыулыҡ-энергетика ширҡәттәре өсөн яңы мөмкинлектәр асабыҙ тип белдерә. Килешеү хаҡы 2 миллиард ярым долларға баһалана.