Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Нарконон-Өфө” ойошмаһы ябыла


Коммерция булмаған был ойошма эшмәкәрлегендә сектантсыларса ҡараш тапҡан. “Нарконон-Өфө” ойошмаһы инде биш йыл дауамында сәләмәт йәшәүгә өгөт алып бара.

Уның ағзалары мәктәптәрҙә наркотиктарҙың ҡурҡынысы тураһында вәғәздәр һөйләй. Әммә изге эш япмаһы аҫтында үҙ мәнфәғәттәрен дә хәстәрләгән икән улар.

Лекция уҡырға мәктәпкә килгән саҡта улар Рон Хаббард китаптарын да таратҡан. Был кешенең уҡыуҙары Башҡортостанда тыйылған сайентологтар сектаһы өсөн өгөтләй. Был сектаның маҡсаты - үҙ сафтарына күберәк кеше йыйыу, алкоголиктар һәм наркомандар тотороҡһоҙ кешеләр, өгөткә лә тиҙ бирешә.

“Нарконон-Өфө” ойошмаһы етәкселеге иһә мәхкәмә ҡарары менән риза булмай, дәғүәләшеүҙе дауам итәсәктәрен белдерә. Уның етәксеһе судьяларға мәктәп уҡытыусыларынан килгән тауҙай рәхмәт хаттарын да күрһәткән.

Ә Әбйәлил районында 4 йылдан ашыу элек ҡылынған енәйәт буйынса мәхкәмә тыңлауҙары башланды. 2004 йылдың мартында Әбйәлилдә башта 10 йәшлек ҡыҙ бала, һуңғараҡ 2005 йылға сыҡҡас бер ҡатын юғала.

Уларҙы таба алмайҙар. былтыр майҙа был ике кәүҙәне ҡоҙоҡтан табалар. Енәйәтсене лә асыҡлайҙар. Ул бер таксикоман булып сыға. Токсик матду ҡулланып иҫергән килеш ул ни өсөн үлтереүен аңлата алмаған.
XS
SM
MD
LG