Мәғлүм булыуынса, “Регнум” агентлығына һылтанып төрлө сәхифәләрҙә башҡорт йәштәре иттифаһы рәйесе Фәүзил Маликов, Башҡортостан президенты Раил Сарбаев булырға тейеш, тип белдерә.
Мәсьәләнең айышына төшөнөү өсөн “Азатлыҡ” хәбәрсеһе Фәүзил әфәндегә мөрәжәғәт итте. Ул үҙ яуабында әлегә был мәсьәләне ҡуйыртыу дөрөҫ түгел, республиканың президенты бар һәм эшләй. Әммә киләсәкте күҙ уңында тотҡанда Башҡортостан менән ситтән килгән варяг түгел, ошондағы көнитмеште белгән кеше етәкселек итергә тейеш тип белдерҙе.
Фәүзил әфәнде әйтеүенсә, кризис шарттарында төбәк етәксеһен алмаштырыу тураһында һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ, ил етәкселегенең башҡа хәстәре лә күп.