Accessibility links

Кайнар хәбәр

Үлтереүсе 10 йылдан һуң ғәйебен таныған


Стәрлетамаҡта 30 йәшлек ир милицияға үҙ ғәйебен танып баш һалырға килгән.

Ул 10 йыл элек үҙ атаһын һыуға батырып үлтереүе тураһында хәбәр итә. 10 йыл буйына ауыр йөк йөрөткәндән һуң ялҡып ул баш һалырға булған.

Стәрлетамаҡ районы мәхкәмәһе уны 6 йыл да бер ай ваҡытҡа ҡаты шарттарҙағы колонияға оҙатырға ҡарар иткән. Әммә ғәйепләнеүсе был ҡарар менән риза түгел.

Туҡтауһыҙ эскән һәм үҙ ғаиләһе ағзаларны, туғандарын туҡтауһыҙ ҡыйырһытҡан кешене үлтергән өсөн ул бик ҡаты яза тип иҫәпләй хөкөм ителгән кеше.
XS
SM
MD
LG