Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Майҙан” гәзитен экстремизмда ғәйепләнә


Башҡортостан прокруроры Сергей Хуртин Өфөнөң Киров районы мәхкәмәһенә ғариза биргән.

Ул “Майҙан” гәзитен экстремизмда ғәйепләй. Сергей Хуртин “Майҙан”дың ғинуарҙағы һанында түңкәрелешкә саҡырыу тапҡан.

Прокуратура эксперттары әйтеүенсә, гәзитә Башҡортостанды Рәсәйҙән айырыу өсөн революцион саралар күрергә кәрәк иткән ауаз бар. Бынан тыш хоҡуҡ һағында тороусылар “Майҙан”дағы мәҡәләләрҙә бер милләт һәм дин икенсеһенән өҫтөнөрәк тора тигән фекер ҙә тапҡан.

Бында башҡорт милләте һәм ислам дине тураһында һүҙ бара ти улар. “Майҙан” - оппозицион гәзит. Уны оппозиция лидерҙарының береһе Айрат Дилмөхәмәтов сығара.
XS
SM
MD
LG