Әммә ошо ауылда тыуып үҫкән Мөхәмәтйән Латыпов пенсияға сыҡҡас ҡайтып фермер хужалығы ойоштора. әммә урындағы властәр ауылдың бөтөүенә һылтанып уны теркәүҙән баш тарта. Әммә фермер үҙ маҡсатына ирешә. Беренсе май алдынан Силәбе өлкәһе парламенты Арыҡ ауылына исемен ҡайтарыу, уны картаға теркәүгә ризалыҡ бирә.
30 йыл элек өлкәләге Арыҡ ауылы перспективаһыҙ мөһөрө һуғылып бөтөүгә дусар ителә, ауыл урынын һөрөнтө ергә әйләндерәләр.