Башҡортостан депутаттары күрше төбәктәге коллегаларының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Константин Толкачев иһә губернатор Эдуард Россель менән осрашты. Улар муниципаль берәмектәр һанын кәметеү тураһында ла фекер алышты.
Уҙған һайлауҙарҙан һуң республикала байтаҡ ауыл шуралары эреләтеү алымы менән ҡыҫҡартылғайны. Әле 800 самаһы муниципаль берәмек иҫәпләнә. Свердлауҙа бер йөҙгә лә етмәй икән. Эдуард Россель был һан да күп тип иҫәпләй. Башҡортостан парламенты спикеры ла республикала ауыл шураларын тағы ла ҡыҫҡартырға кәрәк буласаҡ, тине.
Сәйәсәттән тыш бшҡа темалар ҙа булды. Толкачев әфәнде Росселгә Башҡортостан президентының бүләген - башҡорт балы тултырылған һауыт бүләк итте. Эдуард Россель үҙ эшҡыуарҙарына Башҡортостанға барып быйма баҫыу серҙәренә өйрәнергә ҡушты.
Свердловск өлкәһендә 30 мең милләтәшебеҙ йәшәй. Урында башҡорттар ҡоролтайы эшләй.