Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ирәмәлде Силәбенең Йәмәғәт палатаһы үҙ контроленә ала


Күрше төбәк ойошмаһы Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитовҡа ошо турала хат менән мөрәжәғәт иткән. Силәбенең йәмәғәт эшмәкәрҙәре Ирәмәлдә экология ҡанундарын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡәтғи булырға тейеш тип иҫәпләй.

Быйыл Силәбе кешеләре Башҡортсотандағы тәбиғәт һәйкәлдәренең береһе Ирәмәлгә машиналарҙа менеп ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе тапатып юҡ итте. Ошо ваҡиғаларҙан һуң республика етәкселеге тауҙы ҡурсаулыҡ зонаһы тип иғлан итте.

Ирәмәл – көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәләренең береһе. Уның бейеклеге – 1 километр 582 метр.
XS
SM
MD
LG