Accessibility links

Шаршау ябыҡ , һорауҙар ҡала әле


Туғанлыҡ фестивале тамам. Быйыл унда ҡатнашыусыларҙың уртаҡ фекере буйынса баһалама ағзалары бик ҡаты ҡыланған. Ҡайһы бер артистар фекеренсә, төрки телле театрҙар фестивале булғас, унда баһаламала урыѕтар булырға тейеш түгел. Киләсәктә баһаламала төрки телле төбәктәрҙән баһалама ағзалары булырға тейеш. Шулай итеп, шаршау ябылды. Фестивалде Саха Яҡутстан республикаһының юмор һәм сатира дәүләт театры йомғаҡланы. Был коллектив Өфөгә килгән театрҙар араһында иң йәше. Саха артистары был юлы милли драматургиянан ҡыҙыл шаман тигән спектакль алып килгәйне. Театр етәксеһе Александр Павлов әйтеүенсә, репертуарҙа төп иғтибар милли ерлектәге әѕәрҙәргә бирелә.

Һәр фестиваль ижад кешеләре өсөн үҙенсәлекле асышҡа әйләнә ти Мәжит Fафури исемендәге театр режиссеры Айрат әбүшахмнов. Fафури театры был юлы Америка яҙыусыһы Кенд Кизиҙың романы буйынса Кәкүк ояһы спектаклен дә сәхнәләштерҙе.

Быйыл фестивалдә 11 коллектив ҡатнашты. Былтыр унда 15 коллектив ҡатнашҡайны. әммә мәҙәни форумда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, эш һанда түгел, тәжрибә уртаҡлашыуҙа.

Баһалама ағзалары фекеренсә, спектаклдәр кимәле быйыл шәптән түгел. әммә "Туғанлыҡ" ошондай белдереүҙәргә ҡарамаѕтан алдағы йылдарҙа ла туғандарын йыясаҡ.

Байтулла Фаткуллин, Өфө
XS
SM
MD
LG