Accessibility links

Исмәғил Тасимов хәтерен мәңгеләштереү нихаҡҡа барып баҫа?


Пермь өлкәһе Ҡоян ауылында башҡорт таусыһы Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Рәсәйҙә тау сәнәғәте буйынса тәүге уҡыу йорто асыуға күп көс һалған билдәле шәхес ошо ауылда тыуып үҫкән. Таҡтаташ Ҡоян урта мәктәбе бинаһына ҡуйылды. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән киләсәктә урындағы ауылда Исмәғил Тасимов исемендәге музей ҙа асыласаҡ, тик әлегә бының өсөн аҡса юҡ. Таҡтаташҡа ла тегенән-бынан тапҡандар, таҡтаны эшләүселәр ҙә хаҡын әҙерәк төшөргән. Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов таҡтаташты ҡуйыу әҙерәк ығы-зығылыраҡ булды тине. Сөнки Ҡоян халҡы үҙен татар тип иҫәпләй, шуға күрә ауылда бер башҡорттоң исемен мәңгеләштереүҙе аңламаған. Аңлатыу эштәре алып барғас, тамырҙарының башҡорт булыуын белгәндәр икән.

XS
SM
MD
LG