Accessibility links

Аферист майор иҫән ҡайтҡан


Азатлыҡ радиоһын тыңлаусыларға мәғлүмдер, быйыл мартта Белорет районы эске эштәр бүлегенең йәмәғәт именлеге етәксеһе майор Илшат Мырҙағәлин юҡҡа сыҡҡайны. Ул тыуған ауылы Инйәр ҡасабаһы эргәһендәге Яңы Хәсәнгә атай йортона ҡайта һәм мәке уйыр өсөн Инйәр йылғаһы буйына китә. Артынан эҙләп барғас йылға буйында уның камзулын, быймаларын һәм ломын ғына табалар. Ҡотҡарыу-табыу хеҙмәте йылғаның боҙон аҡтарып эҙләһә лә майор табылмай. Ә бит кеше кәбән эсендәге энә түгел, етмәһә республикалағы иң ҙур райондың милицияһы башлығы урынбаҫары. Эҙләп тә табылмағас уны үлгәнгә иҫәпләп урынына яңы кеше ҡуйғандар, ваҡиға онотолоп барғанда Илшат Мырҙағәлинды яңыраҡ Силәбелә тапҡандар.
Тәфтиш ваҡытында ул ысынлап та боҙ аҫтына сумыуын, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән тере ҡалыуын бәйән иткән. Уның тасуирлауына ҡарағанда, майор боҙ аҫтынан ҡалҡып сыҡҡас һыулы өҫ кейеме, ялан тәпәй, әйтелеүенсә уның быймалары яр буйында ятып ҡалған, юл буйына сыҡҡан һәм машина туҡтатып башы һуҡҡан яҡҡа киткән. Артанан Илшат Мырҙағәлин Өфөгә килеп юлыға, бында Силәбегә тиклем билет алып шунда юллана. Сөнки ят паспорт тап Силәбе кешеһенеке була. Һуңынан аңлатыуынса майор уны күптән Белорет милицияһы эргәһендә тапҡан һәм кәрәге тейер бәлки тип һалып ҡуйған булған.
Силәбелә ул һаҡсы булып эшләй, һыуға төшөп туңған аяҡтарын дауалай.
Хәҙер Белоретта ғына түгел, Республика эске эштәр министрлығында баш ваталар- үлгән милиционерҙы нисек терелтергә, уны язаларғамы, ярлыҡарғамы. Сөнки һөйләүҙәре буйынса уйын залдарына йөрөргә яратҡан милиция чиновнигы төрлө банктарҙан һәм таныштарынан ҙур сумма аҡса алып түләмәгән, эҙен юйыр өсөн йәнәһе лә үлде тигән фараз килтереп сығарған.
XS
SM
MD
LG