Accessibility links

Һайлауҙарҙан фирҡәләр ҡәнәғәт түгел


Башҡортостанда Берҙәм Рәсәйҙән һуң күптәр Ғәҙелдәр тауыш йыйыр тип көткәйне. Барыһын да аптыратып Коммунистар яҡлылар күп булып сыҡты. Быны нисек аңларға- ғәмәлдәге властең абруйы ҡаҡшауымы, һайлауҙа оло йәштәгеләр күпләп ҡатнашыуымы йәки башҡа берәй сәбәптәр бармы. Азатлыҡ радиоһы хәбәрсеһе ошо һорау менән бер-нисә кешегә мөрәжәғәт итте.
Фекерҙәр: Халыҡ яңылыҡ көтә,
Административ баҫым кире йоғонто яһаны
Власть фирҡәһенең абруйы кәмей
Коммунистарҙың еңеүе уларҙың крәҫтиәндәр менән тығыҙ эшләүенә бәйле. Бойондороҡһоҙ эксперт Эдуард Хәсәнов ошо фекерҙә. Ул коммунистар тап ауыл кешеһенә баҫым яһаған, йәғни уларҙың мәнфәғәте хаҡында күп һөйләгән тип иҫәпләй. Ә Ғәҙел Рәсәй ауыл менән ҡала араһында буталанып икеһендә лә тауыш йыя алмаған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Президент Владимир Путинды һәм Берҙәм Рәсәй фирҡәһе кандидаттарын дума һайлауҙарында еңеүе менән ҡотланы. Был тауыш биреүҙәр күпселек ватандаштарҙың тап Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең сәйәси платформаһы ваҡыт һорауҙарына яуап биреүе, иҡтисад, социаль һәм рухи – мәҙәни өлкәнең тотороҡло үҫеше, оборона һәләтлегенең юғары булыуы һәм Рәсәйҙең халыҡ – ара абруйын тәьмин итәсәгенә ышанысын күрһәтә тигән үҙ ҡотлауында Мортаза Рәхимов. Ул шулай уҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыуы тураһында ла әйткән.
XS
SM
MD
LG