Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй


Башҡортостандан Сәғүд Ғәрәбстанына юлланған мосолмандар әле Минә ҡалаһында. Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булған хажиҙар Ҡорбан байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Бөгөн улар Ҡәғбәгә барасаҡ. Был турала Борайҙың беренсе мәхәлләһе хәҙрәте Ришат Әсләмов хәбәр итте.
Мәккәлә Башҡортостандан ике йөҙ илле самаһы мосолман ислам динен тотоусоларҙың төп бурыстарының береһе – хаж ғәмәлен үтәй. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Ришат хәҙрәт әйтеүенсә, ихрам ҡылыу ҙа тамамланыу алдында.
Башҡортостанда йәшәүсе мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән президент Мортаза Рәхимов та тәбрикләне.
Был изге байрам -мосолман донъяһында ҙур урын алып тора. Ул рухи таҙалыҡ, диндарҙарҙың әхләҡи нигеҙҙәрен нығытыу, дини һәм мәҙәни йолаларҙы ихтирам итеү билдәһе тине президент. Ул шулай уҡ дәүләттең дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә республикала рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу, боронғо йолаларҙы тергеҙеү, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу менән бәйле ыңғай үҙгәрештәр барлығын да әйтеп үтте. Республика мосолмандары башҡа дини конфессиялар менән берлектә тыныслыҡ һәм татыулыҡты, үҫеп килгән йәш быуында тыуған илгә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индерә
тине үҙ ҡотлауында Мортаза Рәхимов.
XS
SM
MD
LG