Башҡортостанда 2007-се йылда ҡабул ителгән иң мөһим ҡанун- ул республика ҡаҙнаһы хаҡындағы документ тине парламент башлығы Константин Толкачев. Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы һәм быйылғы һуңғы ултырышында республиканың ҡаҙнаһы хаҡындағы ҡанунға үҙгәрештәр индереү тураһындағы проект хупланды. Финанстар министры Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, бюджет дефицит менән ҡабул ителһә лә, табышлы эшләп 6 милиард һумдан ашыу килем алынған. Был аҡса төрлө маҡсаттарҙа ҡулланылған.
Константин Толкачев ҡабул ителгән барлыҡ 117 ҡанун да йәшәйеүштең төрлө өлкәләрен көйләү өсөн мөһим булды тип белдерҙе. Шулай ҙа ҡанунды ҡабул итеү бер, уның үтәлеше бөтөләй икенсе булыуын таныны. Мәҫәлән, эскелек тураһындағы ҡанун ҡабул ителде, тик төндә хәмер һатыусы кибеттәр ҙә бар. Таҙа ҡуллы булмаған сауҙагәрҙәр һәм уяу булмаған милиция арҡаһында ҡанун боҙола, бында закон ғәйепле түгел тигән фекерен дә еткерҙе ул.
Йыл йомғаҡтарын барлап Башҡортостан Ҡоролтайы рәйесе матбуғат осрашыуы ла уҙғарҙы. Унда ул парламенттың киләһе саҡырылышына һайлауҙарҙа ҡатнашасағын да әйтте. Толкачев әфәнде Яңауыл районы һәм ҡалаһы, Ҡалтасы районының бер өлөшөн алып торған бер мандатлы һайлау округынан депутатлыҡҡа дәғүәләшәсәк. Билдәле, парламент рәйесе Берҙәм Рәсәй фирҡәһе ағзаһы. Ни өсөн ябайыраҡ юл- фирҡә исемлеге буйынса бармайһығыҙ тигән һорауға ул Фирҡә нисек ҡуша- шулай эшләйбеҙ. Миңә бер мандатлы округ буйынса барырға ҡушылды тип яуапланы. Ул шулай уҡ республика дәүләт йыйылышының бер түгел, күп партиялы булыуы шәп булыр ине, Жириновский кеүек кешеләр ҙә кәрәк бит тине. Парлментта йәштәр һанын арттырыу хаҡындағы фекерен белдереп, Константин Толкачев, мин йәштәр булыуын теләйем, тик Рәсәй Думаһындағы кеүек түгел тине. Унда сәйәсәтте аңламаған, спорттан башҡаны күрмәгән йәштәр нимә менән шөғөлләнергә уйлайҙыр, аңлашылмай тигән фекерҙә ул.