Accessibility links

Кайнар хәбәр

Яңы йыл байрамдары ваҡытында сәйәси яңылыҡтар бөтөнлдәй тойолмай


Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары исеменә есеме тап килеп үтә. Президент та, премьер-министр ҙа был көндәрҙә республика райондары буйлап ғәҙәти сәфәрҙәренән тыйылып тора. Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Яңы йыл алдынан уҙғарған матбуғат осрашыуында фермалар ҡарайым, китаптар уҡыйым тигәйне. Әлегә уның сәфәре хаҡында ла хәбәр итмәйҙәр. Константин Толкачев быйыл республика парламентына Яңауыл районы һәм ҡалаһы, шулай уҡ Ҡалтасының бер өлөшөн алып торған Беүә һайлау округынан бер мандат буйынса һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ. Йәғни фермалар ҡарау өсөн уға Яңауыл тарафтарына барырға кәрәк буласаҡ.
XS
SM
MD
LG