Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала янғындар ҡотора, 3 көндә 17 кеше янып үлгән


Республикала янғын хәүефһеҙлеге айлығы дауам итә, ул 20-се ғинуарға тиклем бара. Янғындарҙың төп өлөшө байрам ваҡытына тура килә, ошоно иҫәпкә алып ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы махсус сара үткәрергә ҡарар итте. Был осорҙа халыҡ ял урындары, мәҙәниәт учреждениелары айырым иғтибарға алына.
Айлыҡ иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, янып үлеүселәр һаны кәмемәй. Яңы йылдың тәүге көнөндә үк 7 кеше гүр эйәһе булды.
2-се ғинуарҙа иһә утта 8 кеше һәләк булған. Өфөлә баҡсасылар берлегендә ағас йортта 6 кеше янған. Уларҙы танырлыҡ та түгел тиҙәр. Дәүләкән районындағы Романовка ауылындағы янғында хужабикә менән уның күршеһенең кәүҙәләре табылған. Яңы йылдың 3 көнөндә 40-тан ашыу янғын булған, 17 кеше утта янған.
Яңы йыл алдынан ғына янғындарһыҙ һәләк булыусылар ҙа байтаҡ булды. Мәҫәлән 40 йәштәр самаһындағы бер ир кеше Өфөнән Таутөмәнгә ҡайтып барғанда эликтричканан ҡолап поезд аҫтында ҡалды, Өфө-Аэропорт юлындағы күперҙән 17 йәшлек егет, нефть университетының беренсе курс студенты ташланып һәләк булды. Шулай ҙа тәфтишселәр егеттең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына шикләнеп ҡарай. Сөнки ташланыр алдынан ул ата-әсәһенә шылтыратҡан, улар тауышы оҡшамағайны тип белдерә. Шуға күрә бәлки был егетте күперҙән ташламағандармы икән тигән дә фараз бар.
XS
SM
MD
LG