Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында валокордин һәм корвалолды рецептһыҙ һатыу тыйылды


Ошо турала Рәсәй Хөкүмәтенең махсус ҡарары бар. Был ҡарар менән Рәсәй Хөкүмәте аптеканан рецепт буйынса ғына биреләсәк препараттарҙан эшләнгән көслө матдәләрҙең исемлеген билдәләне. Исемлеккә шулай уҡ быға тиклем ирекле һатылған корвалол, валокордин һәм пенталгин препараттары ла инде. Республика һаулаҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков әйтеүенсә, Башҡортостанда был дарыуҙарға һорау юҡ тиерлек. Шуға ла уларҙы дарыуханаларҙа ирекле рәүештә һатып алырға мөмкин. Башҡортостанда аптекала һатылған дарыуҙарҙан ҡулдан эшләнгән дезоморфин наркотик матдәһен ҡулланыу осраҡтары йышайған. Наркотиктар әйләнешен күҙәтеүҙә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2007-се йылда наркополицейскийҙар тарафынан дезоморфин әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуға бәйле 70 факт асыҡланған. Был 2006-сы йыл менән сағыштырғанда 4 тапҡырға күберәк. Наркотиктар эшләү осраҡтарын асыҡлау һәм тыйыу өсөн уҙған йыл аҙағында республикала ,,Прекурсор,, опретив-иҫкәртеү операцияһы үткәрелгән. Операция барышында фармацевтик учреждениелар, химия сәнәғәте предприятиелары, ғилми-тикшеренеү лабораториялары һәм уҡыу йорттарында тикшереүҙәр уҙғарылған. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса 11 бойороҡ әҙерләнгән. Ошо уҡ маҡсатта республикала ,,Химик,, оператив-иҫкәртеү саралар комплексы ла ойошторолған. Операция сиктәрендә прекурсорҙар әйләнешен тормошҡа ашырыусы һәм легаль химик лабораторияларға эйә предприятелар һәм ойошмаларҙа тиикшереүҙәр уҙғарылған. 27 тикшереү барышында 6 енәйәт эше асылған, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тәҡдиме менән 13 күрһәтмә әҙерләнгән.
XS
SM
MD
LG