Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һәләк булған балалар өсөн кем яуаплы?


Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан күле өҫтөндәге боҙ майҙансығында һәләк булған малай эше буйынса енәйәт тикшереүҙәре үткәреләсәк. 11 йәшлек малай тауҙан шыуғанда әсәһенең күҙ алдында вафат булғайны. Радионы даими тыңлаусыларға мәғлүмәдер, баланың башына боҙҙан эшләнгән һындың китеге төшөп үлтерә. Данис Солтанов атлы бала шулай итеп тауҙан шыуғансы һәләк булғайны. Уны Дүртөйлө районының Гөлнара ауылында ерләнеләр. Ҡашҡаҙандағы боҙ майҙансыҡтағы барлыҡ боҙ һындарҙы бысып бөттөләр, әммә был баланы терелтә алмай. Өфөнөң Октябрь районы, был ваҡиғаны бәхетһеҙ осраҡ тип нарыҡлап, енәйәт эше асмаҫҡа ҡарар иткәйне. Хәҙер йәнә был эшкә кире әйләнеп ҡайтҡандар- тикшереү идаралығы тәфтишселәре
үлемде етди тикшереп ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу кәрәк, тип белдерә.
Аныҡлап әйткәндә, боҙ һындар яһағанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә. Тик бына уны раҫлау мөмкин булмағандарға оҡшай. Сөнки боҙ майҙансыҡтары яһау буйынса берҙәм, махсус инструкция ла, дәүләт дөйөм стандарттары ла юҡ. Боҙ һындарҙы һулаҡай аҡса эшләүсе рәссамдар һәм сәнғәт академияһы студенттары яһай. Яңы йыл улар өсөн аҡса һуғып ҡалыу мәле, йәғни ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һүҙ йөрөтөргә, тиҙерәк һәм күберәк боҙ һындар яһап, күберәк аҡса эләктереп ҡалырға кәрәк.
Балаларҙың һәләк булыуы бының менән генә бөтмәне. Тыңлаусыларға мәғлүмдер, Бишбүләк районында етенсе синыфта уҡыған малай ҡар ишелеү арҡаһында һәләк булған. Был турала Башҡортостандан яңылыҡтарҙың кисәге сығарылышында һөйләп үтелгәйне. Үҫмер йырынға йығылып төшә, уның өҫтөнә ҡар шыуа. Баланы эҙләүҙә бөтә ауыл халҡы ҡатнаша. Бер тәүлектән һуң ғына эттәр ярҙамында уны йорттан өс йөҙ метр йыраҡлыҡтағы йырын төбөндә табалар.
Белгестәр әйтеүенсә, Алексеевка ауылы таулы ерҙә урынлашҡан. Бәлә сәбәптәренең береһе лә ошонда.
XS
SM
MD
LG