Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дарыуҙар менән тәьмин итеү өҙөлөү ҡурҡынысы аҫтында


Башҡортостанда федераль исемлектәге ватандаштарҙы дарыу менән тәьмин итеү өҙөлөү хәүефле булып ҡала. Башҡортостанда федераль ташламалар менән ҡулланыусылар исемлегендә 112 мең 380 кеше. Улар өсөн 562 миллион һум аҡса бүленгән. Йәғни, һәр кешегә уртаса 417 һум тура килә. Ошо күрһәткес һаҡланырға тейеш.
Мәғлүм булыуынса, социаль ярҙам тураһындағы федераль ҡанунға ярашлы, быйылға тиклем бушлай дарыуҙар менән тәъмин итеү федераль үҙәктең бурысы иҫәпләнә ине. Был ҡанунға 2007-се йылдың октябрында үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, ташламалар менән ҡулланған ватандаштарҙы бушлай дарыуҙар менән тәъмин итеү бурысы өлөшләтә төбәктәргә тапшырылды. Ә ҡанунды үтәү өсөн федераль үҙәк тарафынан тейешле хоҡуҡи акттар ҡабул ителмәгән, финанслау тәртибе билдәләнмәгән.
Бушлай дәүләт ярҙамы менән ҡулланыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Һөҙөмтәлә, федераль ҡаҙна төбәктәргә был маҡсатҡа бүленгән сығымдарҙы ла кәметә. Ә бер рецепттың уртаса хаҡы 2005-се йылда 260 һум торһа, әле 900 һумдан арта. Шунлыҡтан сирлеләрҙең ташлама менән ҡулланыусы ҡайһы бер төркөмөнә бушлай дарыуҙар алыу сығымдары тейешле норманан арта. Мәҫәлән, үткән йылда түләүһеҙ дарыуҙарҙың 90 проценттан ашыуы инвалидттар өсөн тотонолған. Был ҡуйылған лимиттан 2 тапҡырға күп. Инвалид балаларҙы дарыуҙар менән тәъмин итеү ҙә 3 тапҡырға тиерлек тейешле сумманан артҡан. Ә йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре менән яфаланыусы сирлеләргә 1 мең һумдан ашыулыҡ ҡына дарыуҙар алынған. Һөҙөмтәлә төбәктәрҙә сирлеләрҙе бушлай тейешле дарыуҙар менән тәъмин итеү эше өҙөлөү ҡурҡынысы аҫтында.
Мәсьәләне дөрөҫ аңлағанда, шуны әйтергә мөмкин. Йәки исемлектәге һәр кешегә 417 һумлыҡ даруы бирергә, йәки Бер сирлене ҡиммәтле дарыуҙар менән ҡыуандырып, башҡаларға мәтрүшкәләп сәй эсергә өгөтләргә ҡала. Сөнки бүленгән сумманан сығырға ярамай. Хөрмәтле сирлеләр, табип дауалауҙан баш тартһа уға асыуланмағыҙ, бәләнең башы Мәскәүгә барып тоташа.

XS
SM
MD
LG