Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә йыл уҡытыусыһын һайлайҙар


Республика ҡала-райондарында ‘‘Йыл уҡытыусыһы’’ бәйгеһенең төбәк этаптары башланды. Бөгөн Туймазы һәм Йылайыр педагогтары һынау тота. Туймазы ҡалаһы һәм районы мәғариф идаралығы белгесе Айһылыу Ситдиҡова әйтеүенсә, быйыл профессиональ оҫталығын һанап ҡарарға теләүселәр араһында йәштәр ҙә байтаҡ.
«Башкортостандың баш калалагы йыл укытыусыһы» бәйгеһендә 38 уҡытыусы ҡатнаша. Бәйге 11-се тапҡыр ойошторола. Йыл һайын конкурс уҡытыусылар менән бергә үҫешә, үҙгәрә, камиллаша. Программаһына быйыл да яңылыҡтар индерелгән- гуманитар фәндәр уҡытыусыларына иғтибар күберәк тейәсәк. Башҡорт, рус, татар һәм инглиз телдәре уҡытыусылары сығышы айырым номинацияларҙа баһалана. Башҡаланың иң көслө уҡытыусыһы исеме 28-се февралдә иғлан ителәсәк. Уға тиклем бәйгеселәрҙе ауыр һынауҙар көтә. Бәйге барышында укытыусылар педагогик концепцияларын якларға, таныш булмаған синыфтарґа дәрестәр үткәрергә тейеш. Бынан тыш, ярым финалға сығыусылар өсөн ижади оѕтахана үткәреү, ә финалсылар өсөн аудитория алдында асык сығыш яһау бурысы тора.
XS
SM
MD
LG