Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан һайлауҙарға әҙерләнә


Бөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының һайлауҙар алдынан һуңғы ултырышы үтте.

Депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы 55 ултырышын үткәреү ваҡытын һәм уның көн тәртибен раҫланы. Был парламенттың һуңғы ултырышы 21-се февралдә уҙасаҡ. Ә һуңынан һайлауҙар. Ғәмәлдәге депутаттарҙың күбеһе бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булырға ла хыяллана. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда ил башлығын һайлауҙарға әҙерлек тә бара. Рәсәй президентын һайлауҙарға 3 аҙна самаһы ваҡыт ҡалһа ла, дәғүәселәр рейтингында етди үҙгәрештәр юҡ. Башҡортостанда Дмитрий Медведев тауыш бирергә теләүселәр 70 проценттан ашыу.

Политологтар фекеренсә, был тәү сирата беренсе вице-премьерҙың ил буйлап эш сәфәрҙәренә бәйле. Һайлаусылар уның пландары тураһында күберәк белә. Коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов икенсе урында килә. Һуңғы социаологик тикшереүҙәргә ҡарағанда, Башҡортостанда уның өсөн тауыш бирергә теләүселәр 0,1 процентҡа кәмегән. Владимир Жириновский менән дә шул уҡ хәл. Элеккесә, рейтингта Андрей Богданов иң аҙаҡҡы урында. Шулай итеп, Башҡортостанда һайлаусыларҙың 72 проценты Дмитрий Медведев, 10 проценты Геннадий Зюганов, 6 ла 7 проценты Владимир Жириновский, 0 дә 9 проценты Андрей Богданов өсөн тауыш бирергә теләй. Социологик тикшереүҙә 1 мең 200 кеше ҡатнашҡан.
XS
SM
MD
LG