“Европа” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғынға бер йыл. Бер йыл элек булған фажиғә ике кешенең ғүмерен өҙгәйне.
2011 йыл Башҡортостан халҡына нимә менән иҫтә ҡалды һуң?
Республика президенты Мысырҙа белем алыусы Башҡортостан студенттарын эвакуациялау буйынса етди саралар күрергә ҡушты.
Мәскәү аэропорттары кеүек Өфө халыҡ-ара аэропорты ла махсус режимда эшләүгә күсте, тине беҙгә аэропорт етәксеһе ярҙамсыһы Әмир Солтангәрәев.
Афған ветерандары кемгә кәрәк. Башҡортостандан был һуғышта ҡатнашыусылар бер кемгә лә тип яуап бирә. Һәм быға сәбәптәр байтаҡ.
Милли герой, шағир һәм яугир Салауат Юлаевтың тыуған төйәгендә атҡа айырыуса хөрмәт менән ҡарайҙар. Шуға ла һыбайлылар бәйгеһе, былай ҙа гөжләп торған һабантуй майҙанын тағы ла дәртәләндереп ебәрә.
Республика президенты ҡушыуы буйынса Башҡортостан премьер-министры Учалы районы Ураҙ ауылына барҙы. Раил Сарбаев үткән шәмбе янғында зыян күреүселәр менән осрашты. Ауылда яңы урам барлыҡҡа киләсәк.
Был эш барлыҡ, хәрби тел менән әйткәндә, фронттар буйынса ла киң йәйелдерелгән. Милләтте туплау, теләгәндәренә башҡортостанға ҡайтып төпләнергә ярҙам итеү тигән маҡсат ҡуйылған.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Әлкә-Шишмә участкаһында ташкүмер тейәлгән составтың ете вагоны сафтан сығыуға тәүге аңлатмалар бар.
Аэропортта урынлашҡан законһыҙ миграцияға ҡаршыу тороу буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре йылдың тәүге дүрт айында 3 меңдән ашыу сит ил кешеһен һәм гражданлығы булмаусыларҙы тикшергән.
27 май уҡыусылар биология, информатика һәм рус әҙәбиәтенән һынау тотасаҡ. Әле белем усаҡтарында имтихандарға әҙерлек бара.
Республикала йыл башынан 2 мең гектарҙа урман янған. Һүндерелмәгән усаҡ йә тәмәке төпсөгөнән барлыҡҡа килгән янғындар урманды юҡ итеүен дауам итә.
Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн республика делегацияһы Төркиәгә осто.
Театрҙың егерме йыллығына арнап, бөгөн сәхнәлә иң популяр спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелә.
Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тамамланды тиерлек. Республиканың барлыҡ райондарында ҡоролтайҙар үткәрелеп, делегаттар һайланды.
Баш ҡалала Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Иҙрис Ғәзиевтың 50 йәшлек юбилейына һәм 30 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған кисә үтте.
Өфөлә «Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү»гә арналған кәңәшмә үтте. Унда билдәләнеүенсә, республикала туризмдың аҡрын үҫеше марштруттарҙың төрлөлөгө һәм тәҡдимдәрҙең бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмауы менән аңлатыла.
Республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев һәм Абхазия хөкүмәте рәйесе Сергей Шамба ике республика араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы.
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси клубы ултырышы үтте. Ул хәҙерге Рәсәй йәмғиәтенең инновацион үҫешендә йәштәрҙең роле темаһына арналды.
Проектты ойоштороусылар Эльбрус тауына барасаҡ экспедицияның маҡсаттары менән таныштырҙы. Эльбрус тауы Европаның иң бейек нөктәһе. Уның бейеклеге 5 мең 641 метр.
дәвам