5 октябрҙә республиканың 54 районында урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау үтәсәк.
Ышаныс телефоны Өфөлә йәнә бер накопритонды ябырға ярҙам итте.
Кушнаренко районында иген тейәгән Камаз ауған.
Вьетнам республикаһы делегацияһының Башҡортостанға эш сәфәре дауам итә.
Көнъяҡ Осетияға гуманитар ярҙамдың икенсе колоннаһы Өфөнән ошо көндәрҙә юлға сыға.
Яңы уҡыу йылын республика мәктәптәре “Һинең йортоңа тыныслыҡ” тигән синыф сәғәте менән башлаясаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы яңы ижад миҙгеле алдынан Таиландҡа “Музыка һәм бейеү сәнғәте” фестиваленә юлланасаҡ.
Республикалала йорт һәм ҡыр сусҡаларының Африка тағуны менән сирләүен иҫкәртеү маҡсатында ғәҙәттән тыш комиссия ойошторолдо һәм саралар планы раҫланды.
Бөгөн Милли батырҙың тыуған яғында Салауат районы Лағыр ауылында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернат сафҡа индерелде.
Наркоконтроль һәм 10-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы хеҙмәткәрҙәре берлектә Өфө колнияларына наркотик матдәләр индереү юлын кисектерҙе.
Саҡмағошта парһыҙ ебәк күбәләге һөжүменән биш мең гектар урман зыян күргән.
Республикалағы күп балалы ғаиләләрҙең 60 проценттан ашыуы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Республика президенты хакимиәтенең элекке етәксеһе Радий Хәбировты “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһендә тергеҙергә тәҡдим ителде.
Республика хөкүмәтендә бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәъмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Белорет районының төпкөл ауылдарының береһе Мөхәмәттә иман йорто асылды.
Ауыл ерендә йәшәүсе мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә ҡаралған социаль ташламалар кире ҡайтарыласаҡ.
Балалар йорто һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән сығарылыш уҡыусыларын торлаҡ менән тәъмин итеү маҡсатында быйыл республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса бүленгән.
Бөгөн дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы бишенсе ултырышын үткәрҙе.
12 июндә Белоруссияның Витебский ҡалаһында “Славян баҙары” сәнғәт фестивале башлана.
Төркиәгә ял итергә барыусы ханым, 1839-сы йылғы тәңкәне сит илгә алып сығырға ниәтләй.
дәвам