Был турала Рауил хәҙрәт республика мосолмандары Диниә назаратының яңы бинаһын асыу тантанаһында белдерҙе. Ул шулай уҡ дингә иғтибары өсөн Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт күндереп, Рәсәй момсолмандарының иң абруйлы иҫәпләнгән Әл-Фахр ордены менән бүләкләне.
Рәсәй мосолмандары берлеге етәксеһе Рауил Ғәйнетдин республикала барлыҡ диндәргә лә етди иғтибар булыуын билдәләй.