Accessibility links

Кайнар хәбәр

Машина хужаһына ҡайтарып бирледе


Машина урлау осраҡтары кәмемәй. Автоинспекторҙар бурҙы тотоу өсөн махсус операция иғлан итә.

Өфөнөң Вологод урамында 6-сы модель ВАЗ-ды ҡыуып алып китәләр. Автоинспекторҙар бурҙы тотоу өсөн махсус операция иғлан итә. Ул ГАИ машинаһынан ҡасҡанда руль менән идаралыҡты юғалтып юл ситендә торған бер Джипҡа бәрелә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, урланған машина салонындағы барыһы ла, шул иҫәптән руль артындағы егет тә иҫерек була.

Йыл башынан Өфөлә 162 машинаны урлағадар. Уларҙың 14-е табылмаған. Шулай ҙа ҡарттарҙың шайтан ғына өмөтһөҙ тигәне елдән түгел, тормоштан алынған булыуы ла дөрөҫ.

Мәҫәлән, Өфөлә 3 йыл элек юғалған машинаны табып хужаһына ҡайтарып биргәндәр. 10-сы модель Жигулиҙы 2006-сы йылдың октябрендә Дуҫлыҡ монументы эргәһенән ҡыуып алып китәләр. Ике көн элек патруль хеҙмәткәрҙәре уны Комаров урамында осраҡлы табалар.

Милиционерҙар фаразлауынса, бурҙар урланған машинаны гаражда һаҡлағандар, һата алмағас, 3 йыл гаражда һаҡлағандан һуң урамға сығарып ташлағандар.
XS
SM
MD
LG